Милли әҙәбиәт музейының «Илһамлы яҙмыштар» проекты Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы Грантына тормошҡа ашырылған. Был көндө исем туйы, әҙәби-музыкаль сәғәт, автограф-сессия үтәсәк, авторҙың тормошо һәм ижады буйынса күргәҙмә эшләйәсәк. Исем туйында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, артистар, студенттар ҡатнашыуы көтөлә. Сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә уҙасаҡ.