+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 18:28

Сығарылыш синыф уҡыусылары башҡорт теленән Берҙәм төбәк имтиханын тапшыра ала

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2007 йылдан башлап уҡыусыларҙың теләге менән берҙәм төбәк имтиханы формаһында башҡорт теле фәненән йомғаҡлау аттестацияһы үткәрелә. Әлеге ваҡытта документ норматив-хоҡуҡи базаға тап килтерелгән.

Башҡорт теленән Берҙәм төбәк имтиханын уҙғарыу тураһында яңы ҡарарға республика Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан. Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусылар үҙ теләге менән башҡорт теленән Берҙәм төбәк имтиханын тапшыра ала.
Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығына был имтиханды уҙғарыу тәртибен әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән. Башҡорт теленән Берҙәм төбәк имтиханын үткәреүгә бәйле сығымдар ведомство ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла, тип билдәләнә документта.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: