-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2021, 03:05

Әүҙем кешеләрҙең ҙур байрамы

Өфөлә "Рәсәй саңғы юлы – 2021" ярыштарына йөрөүселәр рекорды ҡуйылды. Сарала 31 меңгә якын кеше ҡатнашты.

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө мэры Сергей Греков: "Ҡала буйынса ете майҙансыҡта ярыштылар. Һәм мин дә стартҡа сыҡтым. Үҙемдең һөҙөмтәм менән ҡәнәғәтмен, әммә беҙҙең дөйөм һөҙөмтә – балаларҙың һәм өлкәндәрҙең бәхетле йөҙҙәрен күреү икеләтә ҡәнәғәтлек килтерҙе", – тигән ул. "Рәсәй саңғы юлы - 2021" Башҡортостандың барлыҡ 63 муниципаль берәмектәрендә лә планлаштырыла. Уҙыш республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асҡан тәүге күмәк спорт сараһы буласаҡ. Бөтәһе 120 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Читайте нас: