Унда Өфө спортсылары, Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Үҙәктең тәрбиәләнеүселәре ышаныслы еңеү яуланы. Беҙҙең команда өсөн Никита Богданов менән Никита Тарасов сығыш яһаны.
– Команда ҡаҙаныштары менән ҡәнәғәтмен, ә шулай ҙа бырыһы ла үҙем планлаштырғанса килеп сыҡманы, – ти Никита Тарасов.
Икенсе урында – Тольяттиҙың "Мега-Лада" командаһы, бронза миҙал Каменск-Урал мотоуҙышсыларына эләкте.
– Уңыштарға өйрәнеп тә барабыҙ инде, командабыҙ, республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ, – тине Никита Богданов "Ҡала" телеканалына биргән интервьюһында.
Фото:Станислав Фиськов, shadrinskinfo / Vk.com