IV – VIII синыфтар өсөн Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре 15 марттан 21 майға тиклем ғәҙәти шарттар үтәсәк. Ә X – XI синыфтарға тикшереү эштәре 1-енән 26 мартҡа тиклем һынау рәүешендә ойоштороласаҡ.
Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен дистанцион формала үткәреү планлаштырылмай. Әгәр ҙә коронавирус пандемияһы арҡаһында иғлан ителгән осорҙа үткәреү килеп сыҡмаһа, улар көҙгөлөккә күсереләсәк.