Йылдан-йыл бәйге географияһы киңәйә бара. Үткән йылдарҙа Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Фёдоровка, Миәкә, Мәсетле, Баймаҡ райондары, Өфө, Салауат, Сибай, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашҡан.
Фестивалдең төп маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында халыҡ йолаларын башҡарыу оҫталығын, мәҙәни-ара әңгәмә ҡороу һәләтен үҫтереү, йәш таланттарҙы башҡорт халҡының иң яҡшы мәҙәни һәм сәнғәт өлгөләренә ылыҡтырыу, Рәсәй һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлау.
Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Көйөргәҙе районының «Йәшлек» район мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Был сарала Ермолаев балалар сәнғәт мәктәбенең I cиныф уҡыусыһы Рәлина Сәйфуллинаның һүрәте фестивалдең эмблемаһы итеп алынған. Фестивалгә ярашлы, «Башҡорт фольклор коллективтары», «Солистар-вокалистар», «Бейеү коллективтары, солистар, дуэттар» номинациялары, «Аҡбуҙат ҡанаттары» сәсәндәр конкурсы уҙасаҡ. Сараның ойоштороусылары һәм партнёрҙары – республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Көйөргәҙе районы хакимиәте, «Шәфҡәт шаһиты» хәйриә фонды.