Гранттың суммаһы 473 мең 502 һум тәшкил итә, 6 айға иҫәпләнгән. Проекттың маҡсаты — башҡорт телендә мультимедия продукттарын булдырыу, уларҙы трансляциялау, кескәйҙәр һәм атай-әсәйҙәр араһында башҡорт телен күтәреү һәм һаҡлау, милли рухи ҡиммәттәргә йәлеп итеү, башҡорт халыҡ фольклоры, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, изге башҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныштырыу. Ҡала китапханаһының тәжрибәле, ижади медиаирекмән-белгестәре маҡсатлы аудитория менән ике йүнәлештә эшләйәсәк: балалар өсөн әкиәт уҡыу һәм онлайн-оҫтаханалар эше. Бында ғаилә менән уҡыу сеанстары, әкиәт терапияһы, әңгәмәләшеү, ролдәр буйынса уҡыу һәм башҡалар инә.