«Сәләмәт йәшәү лайфы» проект марафоны уҡыусылар һәм йәштәрҙе яңы формалар – челлендждар, фитнес-күнекмәләр, оҫталыҡ дәрестәре аша йәлеп итәсәк. Ҡатнашыусыларҙы эксперттар менән (докторҙар, фитнес-тренерҙар, диетологтар, психологтар...) 30 осрашыу көтә, уларға ярашлы, биш тематик блок – шәхси гигиена, туҡланыу, әүҙемлек һәм спорт, психологик уңайлылыҡ, көн тәртибе буласаҡ.
Белгестәр «Инстаграм» селтәренән тура бәйләнеш үткәрәсәк, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ватсап аша яуап бирәсәк. Был проект сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға теләүселәр, тик быны нимәнән башларға белмәүселәр өсөн бик ҡулай.
«Тамыр» үҙәге теләүсе уҡыусылар, йәштәрҙе марафонда ҡатнашырға саҡыра. Уның барышында өс ай буйына белгестәр файҙалы ғәҙәттәр булдырырға ярҙам итәсәк.
Марафонды үткәреү ваҡыты:
25 февралдән 15 мартҡа тиклем – теркәлеү;
15 марттан 15 июнгә тиклем – марафонды үткәреү;
15 июндән 20 июнгә тиклем – йомғаҡ яһау;
23 июнь – еңеүселәрҙе бүләкләү.
Марафон һөҙөмтәһе буйынса финал үтәсәк, еңеүселәрҙе проект партнёрҙарынан ҡиммәтле бүләктәр көтә. Проекттың төп бүләге – велосипед.