Сабина һәм Айбулат урыҫ теле уҡытыусыһы Рәфиә Нафиҡова етәкселегендә “Йылға буйында” тигән бейеү менән сығыш яһаны. Афарин, аҙ ғына тулҡынланыу булһа ла, балалар тыуған еребеҙҙең тарихын бейеү аша һөйләп бирә алды.
Республикабыҙҙан килгән тағы бер вәкил – Әлиә Лоҡманова призға лайыҡ булды. Күп балалы әсәгә телевизор бүләк иттеләр. Тәүге тапҡыр Мәскәүҙә булған уҡыусылар Ҡыҙыл майҙанды күрҙе, ҡаланың архитектураһы менән дә танышты. Һуңынан Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә лә барҙылар.