Кастингҡа 60 башҡарыусы саҡырылған. Проект авторы Радик Юлъяҡшин әйтеүенсә, һәләтле йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы конкурстың абруйын күтәрҙе. Ә жюри составында Мәскәүҙән килгән билдәле телевидение продюсеры һәм режиссёры Лина Арифуллина ла бар. Ул проектҡа юғары баһа бирҙе һәм ҙур өмөттәр бағлай. Конкурстың беренсе телевизион эфиры Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 13 мартта күрһәтелә. Уны республика халҡы ғына түгел, ә башҡа илдәрҙә йәшәүселәр ҙә ҡарай аласаҡ.