+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2021, 10:52

Эхиканың һөйөнөсө

Фольклориадала ҡатнашыусылар Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сыҡты.

Эхиканың һөйөнөсө
Эхиканың һөйөнөсө

Фестиваль ҡунаҡтары Салауат халҡына шәп концерт программаһы күрһәтеп, тәүге тәьҫораттары менән дә ихлас уртаҡлашты. Словакияның “Надсенчи” фольклор ансамбле вәкилдәре Милан һәм Даниэль әйтеүенсә: “Башҡортостанға килеүебеҙгә бик шатбыҙ, беҙгә бында бигерәк тә ныҡ оҡшай, халҡы ла ҡунаҡсыл”.

- Ә беҙ Грециянан килдек, ошондай матур итеп ойошторолған сарала ҡатнашыуыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Айырыуса Өфөгә һоҡландыҡ, Салауат ҡалаһынан да күңелле тәьҫораттар алдыҡ, – тине “Карагуна” фольклор ҡатнашыусылары Хрисида менән Андромахи.

Мексинанан килгән “Байарт Азтека” халыҡ бейеүҙәре коллективы ҡатнашыусыһы Эхикаға 28 йәш икән. Фольклориадаға килеү өсөн һайлап алыу турында ҡатнашҡан, әммә икенсе төркөм еңеп сыҡҡан, нишләптер улар һуңынан барыуҙан баш тартҡас, фестивалгә Эхиканың төркөмөн ебәрергә булғандар, Башҡортостанға килеүҙәренә бик тә һөйөнгәндәр.

Фото: Башинформ

Читайте нас: