+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Майҙанда – милли йәйәнән уҡ атыу

Өфөнөң Совет майҙанында “Әйҙә уйнарға!” I  Бөтә Рәсәй уйын фестивале гөрләй. Әле видеола башҡорт халыҡ уйындары майҙанында "Төньяҡ амурҙары" анимация фильмы геройҙары ла ҡатнаша. Әле уҡыусылар милли йәйәнән уҡ атып ҡарай. 

Майҙанда – милли йәйәнән уҡ атыу
Майҙанда – милли йәйәнән уҡ атыу

 Балалар ихлас ҡатнаша. Әйткәндәй, "Төньяҡ амурҙары" күптән түгел экранға сыҡҡайны бит. Күптәр анимация фильмын  кинотеатрҙарҙа ҡараны һәм ҡарай. Ә 12 октябрҙән ул Рәсәй буйлап "сәйәхәт"кә сығасаҡ! Нимәһе мөһим, фильм ике телдә  – башҡортса һәм урыҫса яҙҙырылған. Тамашасылар теләгәнен һайлап ҡарай ала. Йәнһүрәт геройҙары республикала билдәле шәхестәрҙең тауышы менән һөйләй: мәҫәлән, Екатерина II-не – сенаторыбыҙ Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I-не Асҡар Абдразаҡов "һөйләштерә".

Дуҫтар, кемдәр фильмды ҡарамаған, ҡарағыҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: