+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
12 Ноябрь 2021, 11:23

Тормоштары матур кино кеүек

Беҙ матур, татыу ғаиләлә олатайыбыҙ Рәүил, өләсәйебеҙ Зөлфиә менән бергә ғүмер кисерәбеҙ. Улар Иләкшиҙе ауылында иң тырыш һәм иң уңған, белемле, тәрбиәле балалар үҫтереүсе, күп яҡтары менән ауылдаштарыбыҙға өлгө булып тороусы кешеләрҙән һанала.

Тормоштары матур кино кеүек
Тормоштары матур кино кеүек

Рәүил олатайыбыҙ һәр һүҙен уйлап һөйләүсе, яуаплы, бөтәбеҙгә итәғәтле, иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Ул ҡырҡ йылдан ашыу туған колхозыбыҙҙа бензовоз шофёры булып эшләй. Бер ваҡытта ла юл ҡағиҙәһен боҙмай, машинаһын һәр саҡ төҙөк йөрөтә. Яғыулыҡ, майлау шыйыҡсаһы ҡур­ҡыныс йөк һанала һәм уныташыу икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Бер көн дә ҡалмай, уларҙы район үҙәгенән алып ҡайта, сөнки ауыл хужалығы техникаһы эшһеҙ торорға тейеш түгел. Намыҫлы хеҙмәте өсөн олатайыбыҙ бик күп хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.
Тормошобоҙ матур фильм кеүек, тип әйтеүебеҙ ҙә юҡҡа түгел, сөнки кино беҙгә ят түгел. Зөлфиә өләсәйебеҙ 1977 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Иләкшиҙе ауыл клубында киномеханик булып эшләй.
– Ауылда киноларҙы халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайны, ә балаларҙы һөйләп тә тораһы юҡ. Был осорҙа ауылда телевизор ике-өс кешенең өйөндә генә бар ине. Халыҡ көндәлек ауыр хеҙмәттән һуң экрандағы актёрҙар менән бергә көлдө, бергә ҡайғырҙы. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, онотолоп ултырҙылар. Кинолар күбеһенсә халыҡ тормошо хаҡында була торғайны. Һуғыш тураһындағы тетрәндергес фильм­дар ҙа, ҡыҙыҡ комедиялар ҙа ҡуйғыланыҡ. Бигерәк тә һинд киноһын яраттылар. Ағас клубтың залы шығырым тула ине: кемдер иҙәндә лә ултыра, инә алмағандар тәҙрә аша ҡарай. Иң мөһиме: фильмдарҙың аҙағы һәр саҡ бәхетле тамамланыуы кешенең күңелен күтәреп, йәшәүгә дәрт өҫтәй ине.
Совет осоронда кино күңел асыу сараһы ғына түгел, ә тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә булды. «Әсә йөрәге», «Торналар оса» кеүек фильмдарҙы күҙ йәшһеҙ ҡарап булмай торғайны. Улар кешеләрҙең күңел төптәрен аҡтарып, тормош тураһында уйланырға ла мәжбүр итте, – тип ул эшләгән йылдарын иҫкә төшөрөп тә алды.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн өләсәйебеҙ Зөлфиә Баһманова «Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографисы» тигән маҡтаулы билдәгә лайыҡ була.
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ биш малайға ғүмер биргән. Бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, ҙур тормош юлына сығар­ғандар. «Балалы кеше – бай кеше», – тип ҡабатларға ярата өләсәйем. «Алма ағасынан йыраҡ төшмәй», – тип тә өҫтәп ебәрә. Беҙ уларҙан өлгө алабыҙ. Эйе, атайым, ағайымдар – һәр ҡай­һыһы эшһөйәр, тырыш кешеләр. Бөтәһе лә үҙ тыуған ерен данлап йәшәй, халыҡтың көндәлек тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөштәрен индерә. Әйткәндәй, ошондай аҡыллы, булдыҡлы балалар тәрбиәләгәндәре өсөн олатайым менән өләсәйемә Рәсәй Федерацияһының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы ла тапшырылды.

Әлмир һәм Радмир БАҺМАНОВТАР.

Илеш районы,

Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: