Әле генә ауылдарҙа был ризыҡты бик әҙерләп бармайҙар. Күптәр ҡайнатманы ла эшләмәй хәҙер, емеште туңдырғысҡа һалып ҡуялар ҙа ҡышҡыһын алып, иретеп ашайҙар. Әлбиттә, йәйҙе һағынғанда еләкләп сәй эсеүе бик күңелле. Әммә ҡаҡ эшләһәң дә, еләк-емештең витаминдары һаҡлана, һаулыҡҡа файҙалы ризыҡ килеп сыға.
Алмаларығыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме? Ҡаҡ эшләп ҡарағыҙ, шәкәр ҙә кәрәкмәй. Тәүҙә орлоҡтарынан таҙартабыҙ ҙа 2 – 4 өлөшкә бүләбеҙ. Шунан ҡалын төплө кәстрүлгә һалып, талғын утта ҡайнатабыҙ. Көймәһен өсөн төбөнә самалы ғына һыу ҡоябыҙ. Йомшаҡ алмалар тиҙерәк әҙер була. Иҙелә башлаған емештәрҙе тимер иләк аша үткәрәбеҙ. Ә кәстрүлдәге һутҡа әҙ генә шәкәр өҫтәп эсергә мөмкин. Бик тәмле. Бешкән алмаларҙы блендер ярҙамында иҙәбеҙ. Хәҙер йоҡа ғына итеп йәйеп киптерергә кәрәк. Мейескә ҡуйһағыҙ, ишеген япмағыҙ. Таҡтаға һалып ҡояшта киптерһәң дә ярай. Аҫтына пергамент ҡағыҙы һалырға онотмағыҙ. Ҡаҡ кипкәс, торба кеүек төрөп ҡуйырға йәки дүрткелләп киҫергә була. Сәй эскәндә бына тигән тәмлекәс.
Фото: www.instagram.com