-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
22 Февраль 2022, 17:20

Зөһрә апай һуҡмағы

Быйыл ҡар ишелеп яуҙы. Әле алда тағы ла буранлы бер ай бар. Һауа торошо көйһөҙләнһә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре өлгөрмәй ҙә китә. Был ваҡытта кемдер уларҙы әрләп, күҙ асырға ирек бирмәһә, икенселәр, ҡулдарына көрәк алып, һүҙһеҙ генә ҡар менән көрәшергә сыға. Журналистар союзы, Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, Башҡорт­ос­тан Республикаһының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотло­гилдина йәшәгән йорто эргәһендә һуҡмаҡ һалып, уны көн дә таҙар­тып тороуын социаль селтәр­ҙәрҙән белеп ҡалдыҡ та,  шағирә менән бергә ҡар көрәргә сыҡтыҡ.

Зөһрә апай һуҡмағы
Зөһрә апай һуҡмағы

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы “Йә­шел сауҡалыҡ” биҫтәһендә тора. Улар­ҙың кварталы уртаһында ер аҫты гараждары бар. Гараж өҫтө кәртә­ләп алынған, әммә таҙартыл­май. Подъездар алдынан ҡар көрәп өлгөрөү мөһим. Ә Зөһрә апай һауа һулар өсөн ҡайҙалыр йортонан алыҫ китергә ҡыйын­һына.

“Президент-отель” туҡта­лы­шында бик һәйбәт парк бар ҙа ул, унда тиклем барыуы ҡыйын. Шуға ошо майҙансыҡты таҙар­тырға булып киттем. Өс йыл инде ошо ерҙе ҡарап, таҙартып торам. 130 аҙымлыҡ ҡына ял итеү ере ул. Ҡар көрәгәндә эстән генә мәҡәлә  йә шиғыр яҙып йөрөйөм, мәҡә­ләнең сюжетын ҡорам.

Юлды таҙартып сыҡҡас, 20 – 30 тапҡыр ошо майҙансыҡты урап сығам. Тимәк, яҡынса дүрт мең аҙым эшләйем. Бер йылда - яҡынса 730 километр, өс йылда 2100 километр ара үткәнмен икән. Саф һауала йөрөү һәм физик көс сарыф итеү һаулыҡ өсөн дә файҙа­лы, – ти Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы.

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының тырышлығын күршеләре лә күреп  күтәреп ала. Мәҫәлән, Айнур Мөхәмәтйәров улы Алан һәм уның дуҫтары өсөн лабиринт, һырғалаҡ һәм тау батшаһы уйнар өсөн тунелле тау эшләгән. Мәктәптән ҡайтҡас, балаларҙың шау-гөр килеп уйнауын да яратып күҙәтә Зөһрә Ҡотло­гилдина. Беҙ һөйләш­кән арала бер үҫмер тау шыуа башланы. Ул 3-сө мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Роман Үҙәнбаев булып сыҡты.

– Миңә был урын бик оҡшай. Боҙ шыма ғына, һәйбәт шыуа. Кисен дуҫтарым менән тау батшаһы ла уйнарға сығабыҙ. Малай-шалай емермәһен, тип ҡарап та тора­быҙ, – ти ул.

Майҙансыҡтан кеше өҙлмәй: коляска этеп йәш әсәйҙәр ҙә, оло йәштәге инәй-олатайҙар ҙа, бала-саға ла йөрөй. Скандинав таяғы тотоп йөрөүселәр бихисап. Зөһрә апайҙың тырыш­лы­ғын күреп, ярҙам итергә ашҡы­нып тороусылар ҙа етерлек.

Иң мөһиме – был майҙансыҡ күңел йылыһын өләшеү урыны. Зөһрә апай теләгәнсә, ул һалған һуҡмаҡ.

 

Флүзә Түләкова-Вәлитова, Зөһрә Ҡотлогилдинаның күршеһе:

– Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы- минең яҡташым, курсташым Азамат­тың әсәһе. Уны күптән белгәс, әле бер йортта йәшәүемә шатмын. Зөһрә апай –  тиктор­маҫ, эшсән кеше. Өй артында урынлашҡан ер аҫты гара­жының өҫтөндә кеше йөрөрлөк һуҡмап яһап, ҡарҙан таҙарта. Ҡар яуған һайын ул көрәген тотоп ошонда йөрөй, әле киңәйтеп ҡуйған. “Бер ыңғай саф һауа ла һулайым, физик эш тә эшләйем”, – тип был эште яратып башҡара ул. Эргә-тирәләге ҡай саҡ таҙар­тылмаған юлдан ауыр итеп коляска этеп йөрөгәнсе, ете айлыҡ улым Уралды рәхәт­ләнеп ошо һуҡмаҡта йөрө­төп алып ҡайтам. Шуның өсөн Зөһрә апайға ғаиләм менән рәхмәт әйтәбеҙ.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: