-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Күгәрсендәр әүҙемлек күрһәтә

5 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланып, ул 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Был мөһим сарала йәниҫәп алыусылар тырышып эшләй. Шундайҙарҙың береһе – Күгәрсен районының Мораҡтағы 1-се мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Алһыу Йәркәй ҡыҙы Хәйбуллина.

Күгәрсендәр әүҙемлек күрһәтә
Күгәрсендәр әүҙемлек күрһәтә

– Алһыу Йәркәй ҡыҙы, эшегеҙ нисек бара? Өлгөрөп буламы? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Барыһы ла һәйбәт кенә. Зар­ланырға урын юҡ. Районыбыҙ иҫ киткес хозур тәбиғәте, күркәм, ихлас кешеләре менән дан тота. Мораҡта йәшәгән халыҡ та заман ауырлыҡтарына бирешмәй, алға ҡарап йәшәй. Көндәлек тормошта иғтибар итмәгән ыңғай үҙгәрештәр ошо иҫәп алыу ваҡытында күҙгә ташлана. Мине йәштәрҙең, бигерәк тә ишле балалы күркәм ғаиләләрҙең күп булыуы, йорттарҙың төҙөклөгө, халыҡтың тырыш, матур йәшәүе ҡыуандыра. Әйтергә кәрәк: ауылдаштарым беҙҙе, йәниҫәп алыусыларҙы, ихлас ҡаршы алып, һорауҙарға ентекле яуап бирергә тырыша.
Бына бөгөн район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Зәкәрей улы Сәйфуллин менән осраштым. Ул да йәниҫәп алыу һорауҙарына ихлас яуап биреп: «Халыҡ иҫәбен алыу – бик тә кәрәкле сара, тип иҫәпләйем. Быға барыбыҙ ҙа яуап­лы ҡарарға тейешбеҙ. Сөнки уның барышында туп­ланған мәғлүмәт киләсәкте күҙаллау, халыҡтың йәшәү шарттары тураһында аныҡ фекер йөрөтөү өсөн талап ителә. Әлбиттә, унда ҡатнашыу ирекле, әммә бик мө­һим. Беҙ бай тарихлы милләтебеҙҙең киләсәге хаҡында уйлап, ҡайғыртып, йәниҫәп алыусыларға үҙе­беҙ­ҙең башҡорт икәнде белдерергә тейешбеҙ. Был мө­һим сарала һәр кемебеҙ әү­ҙемлек күрһәтһен ине. Үҙе­беҙҙе ил тарихына индереп ҡалайыҡ», – тип белдер­ҙе.
Әйткәндәй, Азамат Зәкәрей улы – үҙе башҡорт милләтенән. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә туған телен яратып өйрәнә, ихлас аралаша.
– Рәхмәт, Алһыу Йәркәй ҡыҙы, һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Бына бит нисек! Ҡәҙерле дуҫтар, райондарҙа, ҡалаларҙа Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу­ҙың ҡыҙған сағы. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә унда әүҙемлек күрһәтәйек.

Гөлкәй АЛЛАБИРҘИНА,
Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: