+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
15 Февраль , 16:15

Мәктәптә – хеҙмәт тәрбиәһе

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау проектына Әбйәлил районының Буранғол мәктәбе лә ихлас ҡушылды.

Мәктәптә – хеҙмәт тәрбиәһе
Мәктәптә – хеҙмәт тәрбиәһе

Бәйгегә алты инициатив төркөм үҙ проекттарын сығарҙы. Шулар араһында “Мастерок” технология кабинеты” тип аталғаны ла бар. Уның төп маҡсаты – хеҙмәт бүлмәһен махсуслаштырылған уҡыу мебеле һәм техник саралар менән йыһазландырыу, уҡыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Ошо маҡсаттан сығып, киләсәктә заманса технология кабинеты ниндәй булырға тейешлеге тураһында мәғлүмәт тупланыҡ, смета төҙөлдө. Иркен, яҡты, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинетта инструменттар өсөн шкафтар, теген машиналары, кәрәк- яраҡтар өсөн тумба, алъяпҡыс, махсус кейем – барыһы ла иҫәпкә алынды. “Проектыбыҙ еңеп сыҡһа, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү, хеҙмәт тәрбиәһе биреү һәм ҡыҙҙар-егеттәрҙе ҡул эшенә өйрәтеү мөмкинселеге булыр ине”, – ти уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Земфира Салауат ҡыҙы.

 

Сыңғыҙ ФӘТТӘХОВ,

балалар ойошмаһы президенты.

Әбйәлил районы,

Буранғол ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: