+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа...
22 Сентябрь 2021, 15:55

Беренсе эш хаҡым

Беренсе синыфты тамамлағас, өләсәйем менән олатайым: «Беҙҙең затта тағы бер белемле кешебеҙ булды», – тип шатланып, байрамса кәйефтә ҡаймаҡлы ҡатыҡ, йылы икмәк менән һыйланы.

Беренсе эш хаҡым
Беренсе эш хаҡым

Әсәйем фермала һауынсы булып эшләй. Мине үҙе менән йәйләүгә алып китте лә һыйыр һауырға өйрәтте. Был эште белеүемә бер яҡтан шат­ланһам, икенсенән, малдар менән яҡындан аралашыуы – үҙе бер ғәжәп донъя. Елендәре тулышҡан һыйыр­ҙарға буш биҙрәне шалтыратһаң, мөңрәп ҡаршы алалар. Арҡаларынан һыйпап, һауырға ултырам. Иркәләгәнде малдар ҙа аңлай шул.
– Бала кешегә һөттәрен бөткәнсе бирмәҫ, – тип шикләнгән Мәстүрә апай мин һауған һыйырҙы үҙе тикшереп ҡараны бер мәл. «Улың мал менән тиҙ уртаҡ тел тап­ҡан бит, бар һөтөн һауып алған», – тип ғәжәпләнде әсәйемә.
Һөттө сепараттан айыртыусы ла, иҫәп-хисап эштәрен алып барыусы ла булып эшләгән Ғәлиә апай сирләп, уны дауаханаға алып киттеләр. Ә эшен баш­ҡарыусы кеше юҡ. Аптырағандан миңә ҡуштылар.
– Ҡустым, белемең етерлек, һауынсыларҙан һөттө ҡабул итеп ал. Сепаратты әйләндерергә буйың да, ҡулың да оҙон, һөттө айыртып та бирерһең, – тине ферма мөдире.
Һауынсылар һауған һөттө үлсәп, дәфтәргә яҙам. Йылы сағында сепараттан айыртам. Бындай эште башҡара алыуыма бик шатландым. Ун көн алып барҙым ошо эште. Көҙ еткәс, хеҙмәт ха­ҡы итеп илле кило бойҙай бирҙеләр. Был минең үҙ ғүмеремдәге беренсе эш ха­ҡым булды. Ул саҡта хәреф танып уҡый-яҙа, алыу-ҡушыуҙы белеү юғары белемгә тиң булып иҫәпләнә ине шул.
– Бына бит, улым, белемле бул­ғас, эшләп хеҙмәт хаҡы ла алды, – тип ҡыуанып олатайым арҡамдан һөйҙө.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: