Рәсәйгә самауырҙы Пётр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар, ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Пётр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауыр Уралда эшләнә.
Рәсәйҙә самауырҙың тыуған ере тип Тула иҫәпләнә, әммә тарихи факттар беренселектең Суксунда булыуын раҫлай. 1740 йылғы документтарҙа Суксун заводында етештерелгән 16 фунт ауырлығындағы, ҡурғаш менән ялатылған еҙ самауыр тәү башлап иҫкә алына. Ә тарихсылар Тула самауыры тураһындағы тәүге хәбәрҙең тик 1746 йылда ғына барлыҡҡа килеүен раҫлай. Шул уҡ ваҡытта самауырҙарҙы етештереү бер юлы ике ерҙә башланған, тигән фекер ҙә йәшәй – Суксун һәм Тула заводтары Демидовтыҡы булған, ә Демидовтарға оҫталарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү бер ни тормаған…
Әле 1728 йылда уҡ Сенаттың махсус указы менән Урал заводтарына еҙ ҡашаяҡ етештереүҙе юлға һалыу тураһында күрһәтмә бирелә, уға ярашлы Суксун заводтарында еҙ ҡашаяҡ, аҙағыраҡ самауырҙар ҙа етештерелә башлай.
Сығанаҡ: ba.wikipedia.
Фото: shingak.ru