Хикәйә
Яңы йыл алдынан башҡорт теле уҡытыусыһы Сәлимә Ғәбит ҡыҙы етенсе синыф уҡыусыларына “Минең хыялым” тигән темаға инша яҙып килергә ҡушты.
Үҫмерҙәрҙең был йәштә хыялдары күп була, өлкән синыфтағылар кеүек улар хыялын әйтергә тартынып та тормай, асыҡтан асыҡ әйтә. Нурисламға ла был тема бик оҡшаны. Эйе, бар уның бер хыялы. Аттар ярата ул. Уларҙың камил һындарын күреп һоҡлана, аҡыллы булыуҙарына хайран ҡала. Инша яҙыуға үҫмер ихласлап тотондо.
- Мин фермер булырға теләйем, - тип башланы ул яҙыуын. - Күп итеп йылҡы аҫрайым. Башҡорт аттарының тоҡомон таратам. Ат сабыштары ойошторам. Ә бер аҙҙан коллектив хужалыҡ төҙөп, шунда директор булам. Эшселәргә йәшәргә уңайлы шарттар булдырам. Ауылыбыҙҙа ун йыллыҡ мәктәп асам, - тип яҙҙы ла матур итеп аттарҙың, ауыл өйҙәренең һүрәттәрен дә эшләп ҡуйҙы.
Нурислам киләһе башҡорт теле дәресен тулҡынланып көттө. Сәлимә Ғәбит ҡыҙы нимә тип әйтер?
Борсолоуы бушҡа булмаған икән, уҡытыусы тотто ла Нурисламдың иншаһын синыф алдында ҡысҡырып уҡый башланы. Шунан уҫал йылмайып:
- Эй, Нурислам, хыялбай! Был уҡыуың менән ҡайҙа һиңә директор булырға? “Директор” тигән һүҙҙе яҙғанса ла хата ебәргәнһең. Йәнә ҡасан алкаш атаның улы директор булғанды күргәнең бар? – тине. – Һин дә атаңа оҡшап, бер эскесе булырһың әле. Иҫеңдә тот: ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа,
Нурислам ҡаушап ҡалманы: “Минең олатайым, бер ишандан бер нишан тыуған, бер нишандан бер ишан тыуған, тип әйтә”, - тине лә дәфтәрен алып, тыныс ҡына үҙенең партаһына барып ултырҙы.
Башҡа берәү булһа, уҡытыусы шулай тип әйтте, тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелер, үпкәләр йә үсегер ине, ә бында киреһенсә булды. Уҡытыусының әйткән һүҙе Нурисламдың сәменә тейҙе. Ул сәмләнеп, тырышып уҡырға тотоноп китте. Урта мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлауға өлгәште. Хыялын тормошҡа ашырыр өсөн ауыл хужалығы институтына уҡырға инде. Һәм иншаһында яҙғанса, ауылына ҡайтып, фермер булып эшләй башланы. Башта уға еңел булманы, әммә тырышҡан таш яра, тиҙәр бит, ул бик тырышты. Аҙаҡ ауыл халҡы уны тырыш егет тип, коллектив хужалыҡҡа директор итеп һайлап ҡуйҙы.
Инде ҡартайып, хаҡлы ялға сыҡҡан Сәлимә Ғәбит ҡыҙы ҡай саҡта урамда осрай ҙа элекке уҡыусыһының эргәһенән шыпырт ҡына үтеп китергә тырыша. Теге саҡта ҡаты итеп әйткәне өсөн уңайһыҙлана. Ул Нурисламдың атаһын яҡшы белә ине, булдыҡлы, эшләһә, эш ҡулынан килерҙәй егет ине. Эскелеккә бирелеп, ошо көнгә төштө.
Бер шулай урамда осраштылар ҙа Нурислам уҡытыусыһын туҡтатып, һаулыҡ һорашты:
- Һеҙҙең инша яҙҙырыуығыҙҙы ,хыялланырға өйрәтеүегеҙҙе һис онотмайым. Һеҙ мине сәмләндереп ебәрҙегеҙ. Сәмләнеү миңә көс-ҡеүәт бирҙе. Рәхмәт һеҙгә, Сәлимә Ғәбитовна, - тине.
- Бына бит, изге хыял, ныҡлы ниәт һәм тырышлыҡ кешене ниндәй юғарылыҡтарға күтәрә. Афарин, Нурислам! - тине уҡытыусы һәм уҡыусыһына яратып ҡараны.