Баллы битлек йөҙҙәге таптарҙан һәм ҡыҙарыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн 1 аш ҡалағы бал һәм 1 сәй ҡалағы зәйтүн майын бергә ҡушығыҙ. Массаны йөҙөгөҙҙә 20 минут тотоп, йылы һыу менән йыуығыҙ.
Бал ашҡаҙандың юғары кислоталылығын нормалләштереү һәләтенә эйә. Аш һеңдереү юлының лайлалы тиресәһен йомшартыу һәм тергеҙеү өсөн көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан бер сәғәт алда 1 сәй ҡалағы бал ҡабул итергә була.
Бал стоматит симптомдарын еңеләйтә. Мамыҡҡа бер аҙ бал һылап, теш ҡаҙнаһы өҫтөндә тотоғоҙ.
200 г йылы һыуға 1⁄2 сәй ҡалағы ҡәһүә һәм 2 ҡалаҡ ярым бал һалып болғатып, көнөнә өс тапҡыр ҡабул итегеҙ. Бал тамағығыҙҙы йомшартыр, ә кофеин тын алыуҙы еңеләйтер.
Ауырыуҙың симптомдарын еңеләйтеү өсөн көн һайын зарарланған урынға баллы сепрәк йә мамыҡ һалығыҙ. Өс сәғәт тирәһе торһон.
Бал шулай уҡ грипп симптомдарын еңеләйтергә ярҙам итәсәк. Өс сәғәт һайын бер ҡалаҡ бал ашағыҙ. Баллы сәй иһә иммунитетты нығыта.
1 аш ҡалағы балды йылы һөт ҡойолған стаканға төшөрөгөҙ. Тәм өсөн ваниль йә дәрсен өҫтәргә була.
Бал бактерияларҙы юҡ итергә һәләтле.
Ирендәрегеҙгә һалҡын сыҡһа, көнөнә дүрт тапҡыр бал менән һуғарылған бинт һалығыҙ.
Балды скраб итеп ҡулланырға була. Ул ирендәрҙе йомшарта һәм дымландыра.
Бал ҡандағы физик күнегеүҙәрҙән һуң үҙгәргән шәкәр кимәлен яйға һала. Күнекмәләр ваҡытында ҡабул итеү ҙә файҙалы икән.