Ул 1921 йылдың 17 декабрендә Учалы районы Яңы Ураҙ ауылында тыуған.. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң 1937 йылда Башҡорт театр училищеһына уҡырға инә. 1941 йылда Ауырғазы драма театрында артист булып эш башлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Японияға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн матрос Хафизов орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советында сәнғәт буйынса идаралыҡта өлкән инспектор була. Башҡорт академия драма театры актёры булып эшләй. Башҡорт АССР-ы телерадиокомпанияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын да башҡара. Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе лә була.
1961—1963 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа ла уҡый.
1963 −1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры булып эшләй. 1960—1970 йылдарҙа популяр булған «Кәтүк менән Бағанай» персонаждарын уйлап сығара, улар өсөн ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре яҙа.
Ә 1967 – 1978 йылдарҙа – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма директоры.
Тәүге әҙәби әҫәрҙәре 1947—1948 йылдарҙа республика матбуғат баҫмаларында күренә башлай. Ул – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 20-нән ашыу пьеса авторы ла. Күп кенә пьесалары – «Күршеләр», «Үҙ кеше», «Ҡунаҡта», «Дуҫтар», «Яңылышыу», «Бер көҙгө көндә» бер актлы.
Фото: https://infourok.ru/poeti-i-pisateli-uchalinskogo-rayona-respubliki-bashkortostan-906180.html.