Әҙип, публицист һәм ғалим булараҡ, өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы, 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография, күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәре бар.1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге менән башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе.
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон ныҡлы өйрәнеп, «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.
Башҡорт фольклоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе, уның шиғри шәлкемдәре, төрлө темаға яҙылған публицистик һәм ғилми мәҡәләләре республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып тора.
2012 йылда «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн Рәшит Шәкүр Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булды. Ул - шулай уҡ Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Фото:https://yandex.ru/images/search
Мәғлүмәттәр башҡорт википедияһынан алып әҙерләнде.