Онотолмай беренсе саф мөхәббәт, тип йыр ҙа йырлайҙар. Ысынлап та, был тойғо бер ҡасан да онотолмаймы икән? Шулайҙыр, кеше олоғайғас та һөйөү хисе һүрелмәйҙер. Ышанмаһағыҙ, бына бер ауылда булған хәлде һеҙгә лә һөйләйем әле. Уны миңә яҡын ғына танышым бәйән иткәйне.
Улар бер синыфта уҡый. Хөснә бик матур ҡыҙ була. Ә Сәлим – оялсан һәм баҙнатһыҙ егет. Ҡыҙға ғашиҡ булып йөрөһә лә, әйтергә ҡыймай. Хөснә лә уның үҙенә ҡарата һөйөү хистәре менән янғанын һиҙенә. Әммә иғтибар итмәҫкә тырыша. Үҙе өндәшмәгәс ни, ҡыҙ башы менән дуҫлыҡ тәҡдим итә алмай бит инде.
Шулай айҙар, йылдар үтә. Мәктәпте тамамлап, йәштәр төрлөһө-төрлө яҡҡа таралыша. Хөснә ауылда ҡала. Шунда кейәүгә сыға. Балалар үҫтерәләр. Ә егет әрменән һуң баш ҡалаға барып, институтҡа уҡырға инә. Уны тамамлап, ҡалала эшкә ҡала. Ул да ғаилә ҡора. Ғүмер уҙа, сабата туҙа, тигәндәй. Олоғайып, олатай-өләсәй булып бөтәләр.
Әммә тәүге һөйөү хистәре онотолмаған икән, әй. Сәлим ағайҙың күңелендә үҫмер сағында ғашиҡ булған ҡыҙыҡай һаман да һаҡлана. Ғүмер буйы онотмаған, унан бер ниндәй яуап хисе лә талап итмәгән, янмаған-көймәгән дә, ә эстән генә яратып тик йөрөгән. Ысын, шулай ҙа була икән шул. Хәҙер ҡыйыуланған инде ул. Йәш сағында әлеге кеүек булһа, Хөснәне киске уйындарҙан һуң оҙатып ҡуйһа, бәлки, аҙаҡ өйләнешеп тә ҡуйған булырҙар ине. Кем белә инде? Шулай ҙа Сәлим бабай олоғайған көнөндә булһа ла, һөйөүен белдереп ҡуя. Был хәл бик ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә күренә ҡайһы берәүҙәр өсөн.
...Ауыл клубында ситтән ҡайтҡан яҡташтар менән осрашыу бара. Бына Сәлим бабайға ла сығыш яһарға сират етә. Ул сәхнәгә бер ҡосаҡ рауза сәскәләре тотоп сыға. Кемгә тәтер был бай гөлләмә? Бабай һөйләп бөтә лә бер аҙ тынып торғандан һуң:
– Был ауылда, ғүмерем буйына йыраҡтан булһа ла күңелемде йылытып, минең тәүге мөхәббәтем йәшәй. Хөснә, ошо сәскәләрҙе һөйөүем билдәһе итеп, һуңлап булһа ла, һиңә бүләк итәм, – тимәһенме! Бөтә зал геү итеп ҡала. Ә урта рәттәрҙә ултырған, башына матур сәскәле яулыҡ ябынған инәй, уның бер осо менән ауыҙын ҡаплап, ояла-ояла ғына сәхнәгә табан атлай. Нисәмә йылдар үтмәгән дә, тиерһең. Иҫ киткес мәлде уҡыусылар ялт та йолт кеҫә телефондарына фотоға төшөрә башлай. «Хөснә инәй, ә һеҙ Сәлим бабайҙың һеҙҙе яратҡанын һиҙә инегеҙме?» – тип һорауҙарын да бирергә тартынмайҙар.
Был икәүҙең хәләл ефеттәре нимә уйланы икән, тиһегеҙме? Улар, үкенескә ҡаршы, был яҡты донъяла юҡ инде.
Бына шундай тарих. Осрашыуҙан һуң Сәлим бабай кире ҡалаға ҡайтып китә.
Йәшлектә ҡалған тәүге һөйөү, саф хистәр һаман да уның күңел түрендә һаҡлана.
Э. МӨХӘМӘТОВА.
Фото: shutterstock.7eer.net