Әгәр ҙә дәрестәр, уҡытыусылар оҡшаһа, тағы ла күңеллерәк. Уҡытыусының нисек оҡшауына ҡарап инде. Әгәр һин уның дәресенә ингән һайын эсеңдә күбәләктәр осҡандай булһа, бер эҫеле, бер һыуыҡлы булып китһә, тимәк... Эйе, һин ғашиҡ! Бер яҡтан, был хәлдең зыяны юҡ кеүек. Уҡытыусы белем, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә, һин ихлас итеп әҙерләнәһең, тырышып уҡыйһың, дөйөм алғанда, ул яҡшы йоғонто яһай. Ләкин ошо татлы мәлдәрҙә алда һине нимә көтөүе хаҡында уйланып борсола башлайһың, ғазап утында янаһың, ҡайғыраһың.
Минең хатым «Йәншишмә» гәзитенең «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» битендә сыҡҡан «Буй етмәҫлек яҡты йондоҙом» мәҡәләһенең авторы Илүзә исемле ҡыҙға булыр. Дөрөҫөн әйткәндә, ғашиҡ булыу – иң изге, саф, шул уҡ ваҡытта мөғжизәле лә хистәрҙең береһе ул. Ләкин уҡытыусыға ғашиҡ булыу – был бөтөнләй башҡаса! Беренсенән, үҙеңде ҡулға алыуыңды теләр инем, аҙаҡ уйланмаған эштәрең өсөн оят булып ҡуймаһын. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Ҡабаланма, зинһар!
Әлегә һинең тормошоңдоң иң күңелле мәле, мөхәббәттән илереп йөрөп, бөгөнгөңдө онота күрмә! Ғашиҡ булдым, тип уйлаған хистәрең, бәлки, мауығыу ғыналыр ҙа. Кем белә, ваҡыт үтеү менән һыуынырһың, ә ул тип янып йөрөп, иң мөһим көндәрең бушҡа үтеүе ихтимал. Әлегә уҡы, яңы кешеләр менән таныш, осрашыуҙарға йөрө! Аҡыллы, тырыш, маҡсатлыларға һәр ваҡыт иғтибар, хөрмәт була ул. Күңелеңә ятҡан шөғөл менән мауыҡ. Һинең татлы хистәрең, бәлки, ижадың аша тағы ла сағыуыраҡ булып балҡыр, үҙеңде яңы яҡтан асырһың.
Үҙеңә ваҡыт бир, ныҡ бирелмә, һәр аҙымың уйланылып эшләнһен. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуйыр.
Белеп булмай, бәлки, тап ошо кеше меңдәр араһындағы йондоҙоңдор! Шуға күрә ҡабаланма!
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Фото: filmaffinity