Ташлы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Өфөләге йылға флоты һөнәрселәр мәктәбендә уҡый. Бер йәй Өфө — Ҡазан маршрутында пароходта кочегар, машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Шунан һуң Өфө башҡорт интернат- мәктәбенә ҡабул ителә. Был мәктәптә уҡыған ваҡытта Рәйес шиғырҙар яҙыу менән мауыға башлай. Уның байтаҡ шиғырҙары республикалағы гәзит һәм журналдарҙа баҫыла.
1952—1957 йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Уны тамамлап ҡайтҡас, 1957 йылдан башлап «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып Әлшәй, Ҡыйғы, Бәләбәй райондарында эшләй.1966 йылда ул «Пионер» журналының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә, унан һуң «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире була.
Рәйес Низамовтың ҙур күләмле тәүге әҫәре — «Һалдат улы» повесы. Ул илленсе йылдар аҙағында яҙыла һәм китап булып сыға. Институтты тамамлағанда диплом эше булған повесҡа күренекле урыҫ яҙыусыһы Владимир Луговской юғары баһа бирә.
«Ят кешеләр» (1967), «Атай әҙенән» (1977) повестарында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә. Шулай уҡ ул - «Мәрйәм» (1964), «Икмәк тәме» (1971) тигән повестар авторы ла. Бер аҙ һуңыраҡ яҙылған «Кейәү», «Үҙ хәбәрсе», «Атай әҙенән» повестары ла уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителә.
Рәйес Низамов 1959 йылдан КПСС ағзаһы була. 1964 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1978).
Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Сығанаҡ: wikipedia
Фото: kuglib.ru