Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә урта белем ала. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1974 йылдан башлап Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теле, урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса уҡытыусы булып эшләй.
1977 йылда райондың «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш») гәзитенең бүлек мөдире була. 1981—2005 йылдарҙа - "Китап" нәшриәтенең мөхәррире һәм бүлек мөдире.
Динә Талхина ижад юлына 80-се йылдарҙа аяҡ баҫа. Проза һәм поэзия жанрҙарында берҙәй уңышлы эшләй, тәүге китаптарын кескәйҙәргә арнай.
1989 йылда «Тылсымлы күлдәктәр» тигән беренсе китабы донъя күрә. 1997 йылда — «Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм», 2001 йылда — «Йөрәгем — юнысҡы» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтар сығара.
Ә «Бармаҡтарым арыны» (1992), «Күңелле әлифба» («Веселая азбука»; 1993), «Әйтергә өйрәнәбеҙ» (2007) исемле китаптары балалар өсөн яҙылған. Уның шиғриәтендә ҙур урынды мөхәббәт һәм фәлсәфәүи шиғырҙар алып тора.
Уның һүҙҙәренә композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Низаметдинов, Руза Сәхәүетдинова һәм башҡалар йырҙар яҙған. Шағирәнең әҫәрҙәре әзербайжан, урыҫ, татар телдәренә тәржемә ителгән.
Сығанаҡ: wikipedia
Фото: userapi.com