+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
6 Ноябрь 2021, 08:00

Китаптың исем туйында

«Ябай уҡытыусы мин, Ябай уҡытыусы булған атайым. Эй, Хоҙайым, кире ҡайтыу мөмкин булһа, Ябай уҡытыусы булып ҡайтайым», – тип яҙғайны быйыл 9 майҙа үҙенең 70 йәшен билдәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары республика конкурсының тәүге еңеүселәренең береһе, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 2003 йылғы лауреаты, Баймаҡ районы «Һаҡмар» гәзите дипломанты, Әбйәлил районының Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаты Флүрә Усман ҡыҙы Низамова.

Китаптың исем туйында
Китаптың исем туйында

Әҙәбиәткә үтә етди ҡараусы, еңел-елпе, етлегеп бөтмәгән әҫәрҙәрен уҡыусыға тәҡдим итергә ашыҡмаған, алсаҡ күңелле, тормошто ҡайнар һөйөүсе шағирәнең ижады ла, башлыса, тыуған төйәккә, республикабыҙға сик­һеҙ мөхәббәт менән һуғарылған.

Ике тиҫтәнән ашыу тәүге ижад емештәрен ул 2006 йылда уҡ «Күңел дәфтәре» исемле йыйынтыҡ итеп баҫтырһа, тағы иллеләгән шиғыр яҙып, икенсе йылына йәнә «Күргәндәр-кисергәндәр» исемле китап сығарҙы. Бынан тыш, Флүрә Усман ҡыҙы, Хәлил ауылынан Советтар Союзы Геройы Ғәбдрәүеф Дәүләтовты биргән нәҫелдең килене булараҡ, 2010 йылда район типографияһында ҡыйыу яугир тураһында төрлө баҫмаларҙа донъя күргән мәҡәләләрҙе туплаған «Әбйәлил батыры» исемле йыйынтыҡ нәшер итеүгә өлгәшә.

Ул һуңғы йылдарҙа әҙәби ижадҡа ихлас тотондо, хикәйәләр ҙә яҙа башланы. Әҫәрҙәре район һәм республика матбуғатында даими донъя күреп тора. «Алтын тирмә» телевизион тапшырыуының үҙнәшерселәр темаһына арналған уйынына саҡырылыуы ла осраҡлы түгел. Әлеге көндә ул – ете китап авторы. Авторҙың милли аһәң, моң һәм фәлсәфәүи тәрәнлек менән һуғарылған, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән әҫәрҙәре уҡыусылар күңеленә бигерәк тә яҡын – бер уҡыу менән иҫтә ҡала, зиһенгә һеңә:

«Был донъяла иң күркәме – ырыҫ, тигән,

Ырыҫыңды юғалтмаҫҡа тырыш, тигән.

Ырыҫыңды йәш быуынға тапшырыу ҙа –

Һинең иңгә төшкән иң ҙур бурыс, тигән».

Яҡташыбыҙ Рәхимә Мусина яҙғанса, күңелендә милли рух, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғоһо йөрөткән Флүрә Низамова бәрәкәтле Баймаҡ еренең Билал ауылында донъяға килгән. Ошонда һигеҙ йыллыҡ, Темәс урта мәктәптәрен, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған белгестең артабанғы яҙмышы 1977 йылдан алып Әбйәлил районы менән бәйле. Хәлил мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып, 1980 – 1984 йылдарҙа Хәлил ауыл Советы депутаты һәм башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Мәктәптә оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға юғары категориялы уҡытыусы булып сыға.

Флүрә апайҙан ижадҡа нисек килеүе хаҡында һорағас, яуап былай булды:

– Уҡытыусы – ижади шәхес. Яҙғандарым тәүҙә сценарийҙар, асыҡ дәрестәр булып яралһа, аҙағыраҡ шиғырҙар, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр рәүешен алды. Һуңғы осорҙа прозаға ла мөрәжәғәт итә башланым. Ижад минең өсөн – күңел торошо. Йөрәктән һыҙланып сыҡҡан фекерҙәр ижадыма күсә. Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә.

Хәйер, яҙыусы ниндәй генә темаға мөрәжәғәт итмәһен, һәр саҡ тиерлек үҙ быуыны тураһында яҙа. Шуға ла төрлө осор ваҡиғаларының тарихи, шул иҫәптән автобиографик характерҙағы хәл-күренештәр менән яҡтыртылыуы ғәжәп түгел.

Күптән түгел Хәлил ауылы мәҙәниәт йортонда шағирәнең «Күгәрсен кисеүе» тип исемләнгән яңы китабының исем туйы булып үткәйне. Әҙәби-музыкаль кисәлә, мәҙәниәт вәкилдәренән тыш, уның менән яҡындан аралашҡан хеҙмәттәштәре лә, уҡытыусылар ҙа, «Ағиҙел» журналында эшләүсе уҡыусыһы Әхмәр Үтәбай ҙа ҡатнашты. Бында үҙе эшләп киткән белем усаҡтарынан башҡа уҡыусылары ла килгәйне. Был сарала Таңатар Шәмсетдинов, Миләүшә Боҫҡонова, Зөбәйлә Сәйфуллина башҡарыуындағы йырҙар, Хәлил әҙәби ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Сания Фазылйәнова, Нәйлә Дәүләтованың сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Композитор, Ишбулды мәҙәниәт йорто директоры Таңатар Шәмсетдинов, райондың «Осҡон» һәм «Йондоҙ» гәзите хеҙмәткәрҙәре Рәхимә Мусина менән Азат Көмөшбаевтар, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһынан Фәнүзә Биктимерова һәм Хәлил мәктәбенән хеҙмәттәштәре Флүрә Усман ҡыҙына иң изге теләктәрен еткереп, уға артабанғы эштәрендә ҙур уңыштар теләне.

Дөйөм алғанда, авторҙың әҫәрҙәрендә беҙ йәшәгән донъя, төрлө мөнәсәбәт, изгелектәр һәм яуызлыҡтар күп яҡлы сағылыш таба. Яҙыусы үҙе йәшәгән тормошто тәбиғи һутында мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй белә. Ябай ғына ваҡиғаларҙан, мөнәсәбәттәрҙән ул бына тигән хикәйәләр тыуҙыра.

Осрашыу барышында ул китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бир­ҙе, теге йәки был әҫәрендә һүрәтләнгән ҡайһы бер хәл-ваҡиға, күренештәргә асыҡлыҡ индерҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Яҙыусы китап һөйөүселәргә үҙенең яңы донъя күргән автографлы йыйынтығын таратты, иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.

 

Зөһрә КАШАПОВА,

Әбйәлил районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: