Оҙайлы уҡыу йылынан һуң туйғансы ял итерһегеҙ, көс йыйырһығыҙ, һаулығығыҙҙы нығытырһығыҙ, ҡояшта ҡыҙынырһығыҙ, рәхәтләнеп саф һауала уйнарһығыҙ, һыу инерһегеҙ. Ауыл малайҙары балыҡ та ҡармаҡлар әле. Тиҙҙән емеш-еләк бешә, ҡыҙҙар, һеҙ кәрзиндәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ.
Йәйге ялды һәр кем үҙенсә үткәрә инде. Өс ай буйына ниҙәр башҡарасаҡһығыҙ, ҡайҙарҙа булырһығыҙ? Моғайын да, күптәрегеҙ һауыҡтырыу лагерҙарында ял итер. Кемдәрҙер ата-әсәләре, синыфташтары, дуҫтары менән төрлө иҫтәлекле урындарға сәйәхәткә лә сығыр. Тик юл йөрөгәндә, ҡайҙалыр барғанда һаҡланыу кәрәклеген дә онотмағыҙ, ҡороғорвирус һаман да ҡотора бит. Арағыҙҙа йәйгеһен аҡса эшләргә теләүселәр ҙә барҙыр. Мәҫәлән, ауылда көтөү көтөп, емеш-еләк йыйып һатып, өлкәндәргә берәй эштә ярҙам итеп. Быны хупларға, маҡтарға ғына ҡала.
Ҡыҙҙар, малайҙар! Бына әле беҙ «Минең өс айым» тигән конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ. Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ тураһында ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Ниндәй мажараларға тарынығыҙ? Шаҡ ҡатырғыс, ҡыҙыҡ хәлдәргә осранығыҙмы? Беҙгә шул турала яҙып ебәрегеҙ. Сифатлы фотолар ҙа һалһағыҙ, тағы ла һәйбәтерәк.
Бәйгебеҙ 1 сентябргә тиклем барасаҡ. Иң-иңдәргә редакцияның Почёт грамотаһы, иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Йә, кемегеҙ башлап ебәрер конкурсты?! Иң тәүге хат авторына ла бүләк биреләсәк.