Үҙебеҙҙең матур тәбиғәтле, саф һауалы, урманлы, балыҡҡа бай күлле, еләк-емешкә мул туғайлы Байыш ауылында үткәрәм ялымды. Йыл да йәйгеһен күп итеп себеш, ҡаҙ бәпкәләре алабыҙ. Мин уларҙы ашатып, һыу ҡойоп тәрбиәләйем. «Йәй көнө аяғың тыпылдамаһа, ҡыш көнө ауыҙың шапылдамай», – тип әйтергә ярата әсәйем. Эйе, был миҙгелдә, ысынлап та, ауылда эш күп. Оҙаҡламай хуш еҫле бесән мәле лә етер...
Тағы ла мин бәләкәйҙән балыҡ тоторға яратам. Бигерәк тә иртәнсәк, ҡоштар тауышын тыңлай-тыңлай, балыҡ ҡармаҡлау оҡшай. Эҫе төшә башлаһа, рәхәтләнеп һыу инеп сығаһың да өйгә йүгерәһең.
Беҙҙең яҡта еләк ишелеп уңа. Ошо мәлде лә ҡулдан ысҡындырмайбыҙ, еләккә йөрөйбөҙ. Ә әсәйем менән ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, һут, ҡаҡ эшләйбеҙ. Ә үҙебеҙҙән артҡанын һатырға ла өлгөрәбеҙ әле. Шулай уҡ каникулымда Өфөгә ағайым янына барырға хыялланам, бигерәк тә аквапаркта булырға яратам. Ә әле баҡсала картуф күмәбеҙ.
Бына шулай файҙалы ла, күңелле лә башланып китте ялым.
Айгиз МӘҮЛИТОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.