-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
25 Июль 2021, 09:00

Сихри сәйәхәт

– Ҡыҙым, һин хәҙер үҫтең инде, теләгең булһа, йыраҡ сәфәргә алып барһаҡ та була.Әсәйемдең ошо һүҙҙәрен ишеткәс, һикереп торҙом да ҡыуанысымдан ҡысҡырып ебәрҙем:– Барам, әсәй, барам! Ә ҡайҙа?– И-и-и, ҡыҙым! Ҡайҙа барырға йыйынғанды ла белмәй, ризалашаһыңмы?– Моғайын, берәй ҡыҙыҡлы сәйәхәттер әле?!– Ярай, барғың килгәс, әйтәйем инде, иртәгә таң менән Арҡайымға юл тотабыҙ.

Сихри сәйәхәт
Сихри сәйәхәт

Был урын тураһында әсәйемдең һөйләгәне бар ине инде, тағы ла һораштым, интернет селтәренән дә уҡып сыҡтым. Баҡһаң, ул беҙҙең эраға тиклем III – II бы­уатҡа ҡараған боронғо ҡаласыҡ икән, Силәбе өлкәһендәге Оло Ҡарағанды һәм Үтәгән йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Арҡайым «үҙәк», «арҡа» тигәнде аңлата. Ул һәм уға ҡараған төрлө дә­үер тәбиғәт һәйкәлдәре тәбиғәт-ландшафт, тарих-археология ҡурсаулығы статусын алған һәм Илмән дәүләт ҡурсаулығы филиалы булып һанала.
Был ерҙә һыуһаҡлағыс ҡормаҡсы булып, 1987 йылдың июнендә Урал-Ҡаҙағстан археологик экспедицияһы төҙөп, Сергей Боталов менән Вадим Мосинды тикшерергә ебәрәләр. Улар диаметры 85 метрлы эллипс рәүешендәге Ер йө­ҙөндәге тәүге ҡаласыҡты шулай таба. Боронғо дәүер­ҙә бында 2 мең 500 кеше йәшәгән, тип фаразлана.
Азамат ағайым ғаиләһе менән өйҙә ҡалды, ә беҙ, атай, әсәй, Айзат ағайым һәм Гөлүсә апай, иртәнсәк юлға сыҡтыҡ. Өфөгә тиклем юл таныш, ә бына әсәйем маҡтап һөйләгән, йырҙарҙа данланған Урал тауҙарына тәүге тапҡыр күтәрелдем. Шул тиклем бейек, һоҡлан­ғыс матурлыҡ ине! Ә ҡаршыла йәм-йәшел урман бар­ған һайын ҡуйыра кеүек.
Йәмле тәбиғәтте күҙәтеп, Башҡортостандың сигенә етеүебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡал­ғанмын. Шунан ары тура ҡы­уаҡлыҡтар, һары дала башланды. Ошо ваҡытта мин үҙе­беҙҙең ниндәй гүзәл тәбиғәт ҡосағында йәшәүебеҙгә тағы ла бер тапҡыр инандым, сикһеҙ шатландым.
Арҡайымда кеше ныҡ күп ине. Вагондарҙа ла, йорттарҙа ла урын булманы. Беҙ тиҙ генә палаткалар ҡороп, сәй ҡайнатып эстек тә тау­ҙарға менеп киттек. Тәүҙә Ҡарағанды йылғаһында ҡойондоҡ, Тәүбә тауына күтә­релдек, шунан Шаман, Мөхәббәт тауҙарына мендек, лабиринттар буйлап йөрөнөк, теләктәр теләнек. Кисен фаер-шоу ҡараныҡ, беренсе тапҡыр ут менән жонглёрлыҡ итеүҙе яҡындан күрҙем. Әйтеп аңлатырлыҡ түгел, шул тиклем һушты килтерерлек тамаша ине!
Палаткала тәүге тапҡыр ҡундым, өшөйһөң, тип йоҡо тоғона һалып ҡуйҙылар. Тышта һигеҙ градус булһа ла, йылынып ҡына йоҡланым.
Иртән күмәкләшеп Шаман тауында таң ҡаршыланыҡ. Болотло көн булғас, ҡояш күренмәҫ инде, тип ҡайғырғайныҡ. Юҡҡа борсолғанбыҙ, бер шаман дөңгөр ҡағып, болотто таратты, шунан ҡыҙарып ҡояш күренде! Мин барыһына ла иҫем китеп, һушымды йыя алмай, ҡарап торҙом.
Артабан Арҡайым, Аҡыл, Бәхет тауҙарына күтәрелдек. Ситтә булһалар ҙа, атайым, картанан ҡарап тиҙ тапты. Һәр тау итәгендә мәғлүмәт менән танышырға була, өҫкә менгәс, нимә эшләргә кәрәген дә кешеләр бер-береһенә өйрәтә. Тәү­ҙә әсәйем һөйләгәндә бик ышанмағайным, үҙем күргәс, белдем инде: бында баш ял итә икән. Өйҙәге кеүек, уйҙар ағылмай, телә­һә ниндәй мәғлүмәт башты ҡаңғыртмай, бик тә рәхәт!
Бында һәр кеше үҙен нимә ҡыҙыҡһындыра, шуны таба! Гөлүсә апайыбыҙ – күрәҙәсе, кешеләрҙе дауалай, киләсәктә ни­мә көтөүен дә әй­тә. Күп тапҡыр­ҙар һынаған булды, бер ҙә яңылышмай! Бер ерҙә кешеләр йыйылып тора. Шаман үҙе дөңгөр ҡағып берәүҙе дауалай ине. Беҙҙең килеп ба­ҫыуыбыҙ булды, Гөлүсә апай эргәһенә килде лә: «Һин – беҙҙең ке­ше!» – тип ситкәрәк алып китеп, аралашып алдылар, шунан күҙ менән ҡаш ара­һында юҡ булдылар. Беҙ эҙләп тә тапмағас, концерт ҡарарға ултырҙыҡ. Үҙешмәкәр артистар бик матур сығыш яһаны.
Ул арала Гөлүсә апайыбыҙ ҙа килеп сыҡты. Саҡ атлап йөрөгән еренән шәбәйгән, күҙенән осҡондар сәсеп, йылмайып тора! Үҙ­ҙәренсә әйткәндә, медитация сеансы, дауаланыу процедураһы үткәргәндәр.
Кафеға инеп, төшкө ашты ашағас, атай менән апай ял итергә, ә беҙ тағы йөрөп килергә булдыҡ. Мөхәббәт тауы яғында халыҡ йыйыл­ғанын күреп, шунда киттек. Уртала ҡыңғырауҙар, дөңгөр тотҡан бәләкәй генә буйлы ағай менән матур бер апай тора, тирә-яҡта кешеләр ултыра. Беҙгә уңайлы итеп урынлашырға, хәтфә үләнгә ятырға ҡуштылар. Әсәй менән ҡушҡандарын үтәнек, ағай бик ышанып барманы, ултырып беҙҙе күҙәтте. Мин дә кү­ҙемде асып яттым. Кешеләр нимә генә ҡыланмай: ҡайһыһы ҡулын бол­ғай, ҡай­һыһы әллә нимә ҡыс­ҡыра! Әсәйем күҙҙәрен йом­ған, әллә йоҡлай инде? Һуңынан һорағайным, әллә ниҙәр һөйләп аптыратты. Үҙе йоҡлаған кеүек булған да күҙ алдында әле шәмәхә, әле алһыу, әле йәшкелт, әле зәңгәрһыу төҫтәр алышынып торған, ә уртала ҙур зәңгәр күҙ пәйҙә булған һәм гел яғымлы итеп ҡарап тор­ған! Гөлүсә апай өсөнсө кү­ҙең асыла , тип фаразланы. Абау, Хоҙайым, хатта ҡур­ҡып ҡуйҙым. Әйтәм, бөтә нимәне үтәләй күрә. Әсәй минең уҡытыусы ла бит әле!
Ҡарағандыла бөтәбеҙ бергә һыу ҡойоноп сыҡтыҡ. Тәүҙә һалҡын кеүек тойолһа ла, сыҡҡас, үҙебеҙҙе еңел итеп хис иттек! Шундай рәхәт!
Бында әллә ни тиклем павильондарҙа төрлө биҙәүес әйберҙәре, исем яҙылған ҡалаҡтар, башҡа тауарҙар һаталар. Атай – минең йондоҙнамәгә тура килгән таштарҙан матур беләҙек, әсәй көмөш сылбырыма сулпы алып бирҙе, үҙем дуҫтарыма бүләктәр алдым.
Ә иртәгеһенә таң ҡаршылап, ашап алдыҡ та ҡайтыр юлға ҡуҙғалдыҡ. Ете йоҙаҡ тауына туҡтап, изге теләктәр ҙә теләп алдыҡ. Тәьҫораттар менән бүлешә-бүлешә, күргәндәрҙе һөйләй торғас, бик тиҙ ҡайтып еткән һымаҡ ине.
Ысынлап та, көс-хәл ингәндәй булды. Атай-әсәй тағы ла дәртләнеберәк донъя көтә башланы. Бергәләп бесән әҙерләйбеҙ. Береһе лә ауырымай. Шунан ышанмаған ереңдән ышанырһың инде Арҡайымдың көсөнә.
Унда йылына бер генә тап­ҡыр барырға ярай. Әсәй, белмәйенсә, үткән йылда ике барҙы. Шуға ҙур зыян күрҙе: хәтере ҡаҡшаны, үҙе әйтмешләй, өс ай тигәндә генә әҙәм булды!
Ә мин үҙемде тау-таш аҡтарырлыҡ ғәйрәтле итеп тоям, дәртем ташып тора, нимәгә тотонһам – шул ҡулымдан килә! Сәфәр миңә ныҡ оҡшаны. Киләһе йәйгә Арҡайымға тағы ла барырбыҙ әле.

Айгизә АБЗАЛОВА,

йәш хәбәрсе.

Туймазы районы,

Бишҡурай ауылы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: