Йәйге ялыбыҙ тағы ла күңеллерәк үтһен өсөн оҙаҡ та уйлап торманыҡ, Айбулат апам (әсәйҙең ағаһын беҙҙә апа тиҙәр) ялға сығыу менән ҡурсаулыҡҡа юл алдыҡ. Әлбиттә, ике оло кеше кәрәк булғанлыҡтан, өләсәйемде лә эйәрттек.
Ҡурсаулыҡта беҙҙе оҙатып йөрөргә Лена исемле апайҙы беркеттеләр. Бына беҙ – Кесе Ямантау һуҡмағында. Тирә-яҡ Башҡортостанда ғына үҫә торған ағастар, үҫемлектәр менән уратып алынған. Ҡайҙалыр кәкүк саҡыра, ҡоштар һайраша. Лена апай беҙҙе үҫемлектәрҙең, ағастарҙың атамалары менән таныштыра. Шулай һөйләшә-һөйләшә тауға күтәреләбеҙ. Һуҡмаҡтың оҙонлоғо – 7 саҡрым. Бында ял итеү өсөн урындар ҙа бар, Ямантау менән таныштырған стендтар эленгән. Иң һуңғы туҡталышта бәләкәй генә өй тора. Уның эсендә – боронғоса һике (беҙҙә уны урындыҡ тиҙәр). Кәрәсин шәме лә бар. Өҫтәлдә – тоҙ, шырпы кеүек кәрәк-яраҡтар.
Был өйҙөң эргәһенән туғай башлана. Альп болоно тип атала икән. Ундағы сәскәләрҙең матурлығы, төрлөлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Был ожмах мөйөшөнән һуң инде тағы өҫкә күтәреләбеҙ. Бына тауҙың үренә лә менеп етәбеҙ. 2010 йылда янғын булған икән. Унда-бында янған ағас ҡалдыҡтары, көл-күмер күренә. Таштар үҙҙәре генә лә төрлөсә матурлыҡ тыуҙыра – тәбиғәт улар ярҙамында ниндәй генә формалар төҙөмәгән.
Тау түбәһенән хозур тәбиғәт күренештәренә таң ҡалабыҙ. Ниндәй гүзәл беҙҙең Башҡортостаныбыҙ! Ҡарап та, һоҡланып та туйырлыҡ түгел. Был матурлыҡтан бер ҙә айырылғы килмәһә лә, ҡайтырға юлланабыҙ. Аҫҡа төшөүе менеүгә ҡарағанда ҡыйыныраҡ, шулай ҙа бирешмәйбеҙ.
Ағиҙелдә һыу инеп алғас, бөтә арыуҙарыбыҙ юҡҡа сыҡты.
Беҙгә шундай матур, иҫтәлекле ял ойошторғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Ҡырҙас ауылы.