+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 08:41

Рәсәй Сербияға ярҙам күрһәтә

Был турала Рәсәй Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Коронавирус инфекцияһы менән көрәшеү өсөн Сербияға гуманитар ярҙам Рәсәйҙең 11 Ил-76 хәрби самолёты менән еткерелгән.

Был илгә ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса күрһәтелә. Бында барлығы 87 хәрби хеҙмәткәр эшләйәсәк. Улар араһында хәрби табиптар, вирусология белгестәре лә бар. Сербияға шулай махсус медицина ҡоролмалары һәм һаҡланыу саралары, 16 хәрби техника берәмеге лә алып киленгән.

Читайте нас: