+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 19:30

Коронавирустың 3D моделен яһап, еңеүсе булған

Коронавирустың 3D моделен яһап, ижад йортоноң «Компьютер грамоталығы» берекмәһе уҡыусыһы Айнур Бакиров халыҡ-ара конкурсында еңеүсе булған. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙәрҙә был ҡыуаныс менән бүлешә.

Был бәйгене «Һәләттәр ағасы» Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара дистанцион викториналар үҙәге ойошторған. Учалы уҡыусыһы коронавирустың 3D моделен 3D Blender программаһында үҙ аллы башҡарған. Жюри уның фәнни эшен юғары баһалап, «Компьютер графикаһы» номинацияһында I урынды биреп һөйөндөргән.
Читайте нас: