Үҙизоляция осоронда балаларҙың да, атай-әсәйҙәрҙең дә дистанцион уҡыуҙы ойоштороу, психологик ауырлыҡтар, ғаиләләрҙә психик тигеҙлекте яйға һалыу кеүек төрлө һорауҙары, проблемалары килеп сығыуы бар. Ошо уңайҙан БДПУ-лағы Рәсәй белем биреү академияһының Башҡортостан фәнни үҙәге белгестәре балалар, атай-әсәйҙәр, педагогтар өсөн консультациялар үткәрә. Психология фәндәре кандидаты, доцент Суфия Дарвил ҡыҙы Мөхәмәтрәхимова эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 7-гә тиклем төрлө һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны – 8 927-302-90-27.