+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 09:56

Сирлеләр менән эшләгән табиптар федераль түләүҙәр аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы осоронда халыҡҡа һәм эшҡыуарҙарға яңы ярҙам саралары хаҡында иғлан итте. Был турала ул төбәк башлыҡтары менән онлайн-кәңәшмәһендә белдерҙе.

Ил етәксеһенең әйтеүенсә, хәстәханалағы махсус урындарҙы тәьмин итеү өсөн 33 миллиард йүнәлтеләсәк. Тағы ла 13 миллиард һум медицина техникаһы, атап әйткәндә, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары һәм тиҙ ярҙам машиналары һатып алыуға тотоноласаҡ.
Коронавирус инфекцияһы табылған сирлеләр менән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль түләүҙәр хаҡында ла һүҙ алып барылды. Табиптар өсөн ошондай түләү – 80 мең, урта медицина персоналына – фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына – 50 мең, кесе медицина персоналына 25 мең һум тәшкил итә. Был ауырыуҙы йоҡторған кешеләр менән эшләгән ашығыс ярҙам табиптарына 50 мең һум түләнәсәк, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм водителдәргә – 25 мең һум. Әлеге федераль түләүҙәрҙе өс ай дауамында түләү ҡаралған.
Рәсәй халҡын артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотолдороу өсөн Владимир Путин Хөкүмәткә паспорт, водитель танытмаһы һәм башҡа документтарҙы автоматик рәүештә оҙайтыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Эшен юғалтҡандар өсөн 1 марттан эшһеҙлек буйынса пособие 12 мең 130 һум буласаҡ. Унан тыш, кесе һәм урта бизнес бөтә һалымдарға һәм страховка фондтарына түләүҙәргә кисектереү аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте һәм Үҙәк банк биш көн эсендә эшҡыуарҙарға өҫтәмә ярҙам саралары ла әҙерләйәсәк.

Читайте нас: