+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 09:47

Экология әлифбаһы-буямы кескәйҙәрҙе хәреф танырға өйрәтә

Мәжбүри үҙизоляция өйҙә балалар менән шөғөлләнеү өсөн иң уңайлы осор. Ошоно иҫәпкә алып, «Таҙа ил» ассоциацияһы яңы ғына бәләкәстәре уҡырға өйрәнә башлаған атай-әсәйҙәргә ярҙам итергә булған. Улар яңы ғына сығарылған экология әлифбаһы-буямына интернет селтәрендә инергә рөхсәт асҡан.

– Беҙҙең китап ярҙамында балалар хәрефтәр менән таныша, ә өлкәндәр уларға сүп-сар сығарыусы машинаның эше, ни өсөн навигаторҙар кәрәклеге, быяланы нисек дөрөҫ ташларға һәм эшкәртелгән пластиктан нимә эшләргә мөмкин булыуы хаҡында шиғырҙар уҡый ала, – ти ассоциацияның директор вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғөбәйҙуллин.
Әйткәндәй, балаларҙы экологик яҡтан тәрбиәләү Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған «Экология» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Читайте нас: