+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 13:18

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн онлайн-дәфтәр булдырылған

«Мәғариф» нәшриәте Skysmart белгестәре менән дистанцион уҡыу өсөн интерактив эш дәфтәрен булдырған. Бында федераль исемлеккә индерелгән дәреслектәр буйынса материалдар индерелгән. Тимәк, дәфтәр онлайн режимда уҡытыусылар дәрестәрҙә ҡулланған параграфтар һәм күнегеүҙәр менән эшләй, тигән һүҙ.

Әлеге сервиста V – XI синыфтар өсөн төп фәндәр – математика, урыҫ, инглиз телдәре, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса эштәр йыйылған. Уларҙың һылтанмаһын уҡытыусы социаль селтәрҙәргә йәки мессенджерҙарға ебәрә ала. Башҡарылған өйгә эш автоматик рәүештә тикшерелә, педагог дәфтәрҙәрҙе тикшерергә ваҡытын бүлмәй. Уҡыусы ла һөҙөмтәне күрә.
Онлайн-дәфтәр өс көн элек эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә уҡыусылар 54 мең эш башҡарған. Был платформаны Рәсәй буйынса 67 меңгә яҡын уҡытыусы һәм 42 мең уҡыусы һынап ҡарай. Онлайн-дәфтәр менән V-VI синыфтарының күберәк, X-XI синыфтарҙың аҙыраҡ ҡулланыуы билдәле булған.
Читайте нас: