+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 11:28

«Ҙур тәнәфес»тә ҡатнаш та шәп бүләктәр ал!

Бик һәләтле, VIII – XI синыфта уҡыйһың икән, төрлө яҡлап үҙеңде күрһәтә алаһың. Һине конкурстар, ҡыҙыҡлы аралашыуҙар, етмәһә, шәп приздар ҙа көтә.

Бының өсөн нимә эшләргә һуң? «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн, 23 июнгә тиклем теркәлергә кәрәк. Еңеүселәрҙе «Артек»ка юллама, уҡырға ингәндә портфолиоһына 5 балл, өҫтәмә белем алыу өсөн 200 мең һум кеүек бүләктәр ҙә көтә. Ә иң яҡшы 20 мәктәп финанс ярҙамы аласаҡ. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.cc/astdFi алырға мөмкин.
Читайте нас: