+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 10:10

Милли проект көрсөктән сығырға ярҙам итәсәк

Эре һәм урта Рәсәй предприятиеларының етәкселәре белдереүенсә, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекккә ярҙам» милли проектында ҡатнашыу коронавирус пандемияһы арҡаһында килеп тыуған иҡтисади көрсөктән сығыуҙа ярҙам итәсәк.

Ошондай фекерҙе улар хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Федераль компетенция үҙәге ойошторған һорау алыуҙа белдерҙе. Бында «Производительность.рф» IT-платформаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам» милли проектында ҡатнашыусы 1 меңдән ашыу компания вәкиле ҡатнашты. Уларҙың 88 проценты үҙәк эксперттары менән берлектә һаҡсыл етештереү технологияларын ҡулланыу көрсөктән сығырға ярҙам итәсәгенә ышана. Ауырлыҡтарға ҡарамай, һорау алыусыларҙың 95 проценты «Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса адреслы ярҙам» федераль проектында әүҙем ҡатнашыуын дауам итә.


Читайте нас: