«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә «Моделле муниципаль китапханаларҙы булдырыу» программаһы буйынса курс 2 марттан башланып, 4 майҙа тамамланасаҡ. Әлеге мәлдә Рәсәй дәүләт китапханаһы платформаһында 282 кеше белемен камиллаштыра. Курстың программаһына видеолекциялар, практика, уҡытыусылар менән вебинарҙар индерелгән. Уҡып бөткәс, ҡатнашыусыларға таныҡлыҡ биреләсәк.