Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:50

Америкала бер тәүлектә 2 меңдән ашыу кеше үлгән

Бер нисә көн был илдә коронавирустан һәләк булыусылар һаны артмай торғайны, әммә...

Джонс Хопкинс университеты иҫәптәре буйынса һуңғы тәүлектә генә Америкала 2 мең 228 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был ил донъяла COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны буйынса исемлектә иң алда тора. Унда 608 мең кеше коронавирус менән сирләй, 26 меңе үлгән. Сағыштырыу өсөн: Ҡытайҙа 83 мең 302 кеше COVID-19 вирусын йоҡторғайны.
Читайте нас в