+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 10:31

Рәсәй уҡыусылары Америкала ҡалған

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Америка Ҡушма Штаттарында Рәсәйҙән 74 уҡыусының ауыр хәлдә ҡалыуы тураһында хәбәр итә. Улар 2019 йылдың көҙөндә бер уҡыу программаһы буйынса киткән булған.

Ведомствоның рәсми вәкиле Мария Захарова белдереүенсә, ҡабул иткән ил был балалар тураһында яуаплылыҡ тотмауы тураһында белдергән һәм ошоғаса уларҙың исемлеген, ҡайҙа икәнлектәре тураһында мәғлүмәт тә бирмәгән. Беҙҙең дипломаттарға Рәсәй уҡыусыларын Америкаға сығарыуға иҫәпләнгән программа тураһында хәбәр ителмәгән булған. Рәсәй балаларын эҙләп табыу өсөн бөтә саралар күреләсәк, тип хәбәр итәләр. Улар тураһында атай-әсәйҙәренән, мәктәптәренән мәғлүмәттәр булһа, был эште ойоштороуы еңелерәк булыр ине.
Читайте нас: