+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 16:15

"Тажлы" вирусҡа ҡағылышлы һорауың булһа...

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, 15 апрелгә Башҡортостанда 149 коронавирус инфекцияһы йоҡторған кеше иҫәпләнә.

Йәғни кисәгенән 20 кешегә артҡан. Рәсәйҙә иһә үткән тәүлектә тағы 3 мең 388 кешелә COVID-19 вирусы барлығы асыҡланған, 28 кеше үлгән, 292-һе һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, әле беҙҙең илдә коронавирус менән сирләүселәр һаны 24 мең 490-ға етте. Шуларҙың 1 мең 986-һы һауыҡҡан, 198-е вафат булған. Бөтә донъяла хәлдәр ауыр, дауаханалар госпиталгә әүерелә, яңы йоғошло вирус көн һайын кеше ғүмерҙәрен өҙә... Бығаса ишетеп кенә белгән пандемия афәтен һәр ҡайһыбыҙ үҙ йөрәге аша үткәрә. Бөтә Ер шары халҡын хәүефкә һалды был таныш булмаған вирус. "Тажлы" вирусҡа ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, төрлө өлкәләр буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш" телефондары эшләй. Психологик ярҙам кәрәкһә, 8-800-7000-183 һандарына шылтыратығыҙ. Дистанцион белем биреү, Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һорауҙарығыҙ бар икән, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығына эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин: +7(347)292-11-52. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ла тәүлек әйләнәһенә шылтыратып, коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап алып була: 8(347)286-58-27; 8(347)279-91-20. Өлкән йәштәге һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү кәрәкһә (дарыу, аҙыҡ-түлек), 8-800-200-34-11 һандарын йыйығыҙ.
Читайте нас: