+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 09:54

Еңеү парады күсерелде

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан 9 майҙа Еңеү парады үтмәйәсәк. Был хаҡта аҙна аҙағына тиклем рәсми рәүештә Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр итәсәк.

Унан алда Еңеү парадын һуңыраҡ осорға күсереү тураһындағы ветерандарҙың мөрәжәғәте ил етәксеһенә ебәрелгәйне.
– Был мөрәжәғәттә килеп тыуған эпидемиологик хәлде иҫәпкә алдыҡ. Еңеү байрамы бөтә Рәсәй халҡы һәм аҙ ғына ҡалған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был юбилей тантанаһы иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш. Шуға беҙ уны һуңғараҡ көнгә күсерергә тәҡдим иттек, – тип белдергәйне Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Геройҙар ассоциацияһы президенты Владимир Шаманов.
Барыһы ла ыңғай хәл ителде. Еңеү парады билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.


Читайте нас: