+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 13:41

Халыҡ-ара цирк көнө менән, дуҫтар!

Бөгөн – Халыҡ-ара цирк көнө. 2009 йылда был байрамды булдырыу башланғысы менән Европа цирк берекмәһе һәм Бөтә донъя цирк федерацияһы сығыш яһай.

Халыҡ-ара цирк көнө 2010 йылдан тәүге тапҡыр билдәләнә башлай һәм 25 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, байрам ителә. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, донъя буйынса меңәрләгән цирк бар.
Цирк сәнғәттең боронғо төрҙәренең береһе һанала. Акробаттар, жонглёрҙар, клоундар, цирк һыбайлылары сығыштары боронғо донъя тарихында уҡ телгә алына. Тик хәҙерге цирк XVIII быуаттың аҙағында ғына барлыҡҡа килә.
Читайте нас: