-9 °С
Ҡар
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 00:47
Киләһе аҙнала республикала һауа 20 градусҡаса йылына
Башҡортостанда ял көндәре ямғырлы була. Республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ яуым-төшөм, ә төндә һәм иртән күпселек райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.
«Ел көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +6, +11. Йәкшәмбе, 19 апрелдә, циклондың тәьҫире кәмей. Урыны менән ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ 10 – 15 градусҡа тиклем», – тип белдерҙе Башгидромет белгестәре.
Киләһе аҙнаның башында республикала һауа торошо үҙгәрмәй. 21 апрелгә йылыта: термометр бағанаһы +20 градусҡаса күтәрелә. Ләкин метеорологтар ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы хаҡында иҫкәртә.
Читайте нас в