+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 10:00

Умырзаяларға бәйле ышаныу ҙа бар

Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа умырзаялар күрендеме әле? Ни өсөн һорай, тиһегеҙме? Cөнки 19 апрелдә күп илдәрҙә яҙғы байрам – Умырзая көнө билдәләнә.

Уның тарихы 1984 йылға Англияға барып тоташа. Был илдә яҙғы сәскәгә бәйле ышаныу ҙа йәшәп килә. Әгәр ҙә уны йорт тирәһенә ултыртһаң, уҫал заттарҙан да һаҡлай, имеш.
Умырзая сәскәһе Ер шарының күп биләмәләрендә үҫә. Уның 20-гә яҡын төрө билдәле, тик уларҙың барыһы ла «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Иң билдәлеһе – аҡ умырзая, тағы ла грек, византия, кавказ тигән төрҙәре бар. Улар формаһы, төҫө һәм еҫе буйынса айырыла.
Яҙҙың тәүге сәскәләрен күренгәнен күптәребеҙ көтөп ала. Әйҙәгеҙ, уларға ҡарап һоҡланайыҡ, тик өҙмәйек, дуҫтар! Уларҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуймайыҡ!
Читайте нас: