Чемпиондар менән зарядка яһайыҡ!
Үҙизоляция осоронда республикабыҙҙың билдәле спортсылары ла өйҙә шөғөлләнеүгә күсте. Улар социаль селтәрҙәрҙә онлайн-зарядкалар, күнекмәләр үткәрә.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының https://vk.com/mmpsrb төркөмөндә чемпиондарҙың онлайн-зарядкалар үткәреү тәртибе менән танышырға мөмкин. Был аҙнала кемдәр менән физик күнегеүҙәр эшләргә мөмкин икән, танышайыҡ әле! 24 апрелдә иртәнге 9-ҙа – бадминтон буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй кубогы еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы, 19 йәшкә тиклемгеләр Европа беренселегендә чемпион, күп тапҡыр халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе Родион Алимов https://www.instagram.com/rodionalimov/.