+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 14:30

Үҙеңә оҡшаған сит телде өйрән!

Үҙизоляция осороноң ыңғай яҡтары ла бар. Күптән ҡулың теймәй торған яратҡан шөғөлөң менән булышырға, үҙеңә оҡшаған берәй сит телде бушлай өйрәнергә була. Был йәһәттән интернет селтәрендә оҫталыҡ дәрестәре, уҡыу платформалары ла етерлек. Минең үҙемә, мәҫәлән, инглиз, немец, француз, испан, швед телдәрен өйрәткән Duolingo тигәне оҡшай.

Бында сит телдәрҙе мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр ҙә өйрәнә ала, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, өлкәндәр өсөн дә ҡулай. Уҡыу программаһы төрлө темаларға арналған дәрестәргә бүленгән, улар яйлап-яйлап ҡатмарлаштырыла бара. Грамматик ҡағиҙәләрҙе һәм яңы һүҙҙәрҙе өйрәнеү өсөн һәр дәрес тәржемә, уҡыу, яҙыу һәм аудио тыңлауҙан тора. Тәүге кимәлде үткәс, алынған белемеңде нығытып ҡуйыу өсөн күнекмәһе лә бар.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: платформала тәжрибә мәрәйе йыяһың, кимәлдәр, наградалар, магазинда өҫтәмә мөмкинлектәр һәм бонустар һатып алыр өсөн уйын валютаһы ла бар. Нисек уҡыуың рейтинг менән билдәләнеп, күренә бара.
Ҡыҙыҡһындырҙымы? Әлеге платформаның һылтанмаһы – duolingo.com
Читайте нас: